Мәктәп тарихы.

   Яңы Усман ауылының бай тарихы бар. Уға 1844 йылда нигеҙ һалына. Тәүгеләрҙән булып был изге ергә Ҡолһарин Юлмөхәммәт дүрт улы, Нарынбаев Әбйәлил ике улы, Нарынбаев Әбдрәхим ике улы, Ишморатов Йосоп өс улы, Бикбулатов өс улы менән күсеп килеп ултыралар. Ауыл йылдан-йыл ҙурая. Белемгәынтылыш көслө булып 1927 йылда ауылда мәктәп асыла. 1927-1928 уҡыу йылы өсөн балаларҙы йыйып уҡыта башдайҙар. Мәктәптең тәүге уҡыусылары: Мәзитова Камилла Әхмәтсафа ҡыҙы, Ишморатова Хәжирә Мырҙағәле ҡыҙы, Ишморатова Хәбирә Мырҙагилде ҡыҙы, Ишморатова Нәҙерә Мырҙағәле ҡыҙы, Ҡолһарина Зөлхәбирә Әбдрәхмән ҡыҙы, Хәкимова Яҡшыбикә Оморҙаҡ ҡыҙы, Аманъюлова Әминә Оморҙаҡ ҡыҙы.    Балалар, мәктәп булмағанлыҡтан, Себергә һөргөнгә ебәрелгән Ғөбәйт мулланың өйөндә уҡытыла. Һуңынан мәсет бинаһына күсәләр. Мәктәптең тәүге уҡытыусылары Мөхәмәтҡолов Ғәлимйән, Ҡыямов Рәүф, Аманъюлов Исмәғил, Бикбирҙин Зәйнулла, Әбдрәшитов Зекриә, Күҫәпҡолов Хажи, Мөхәмәтҡолов Шәриф була. Улар 1927-1941 йылдарҙа белем биреүсе уҡытыусылар. Уҡыусылар араһынан Әбдрәшитова Сажидә (1921) ил алдында күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡытыу туҡтатылып торола. 1945 йылда ауылға Ишбулды Айытбаев һәм Сәлимә Билаловалар уҡытырға киләләр. Сәлимә Билалова – педучилище бөтөп килгән йәш уҡытыусы 1955 йылға тиклем ауыл балаларына башланғыс белем бирә. Ул йылдарҙағы уҡыусылар араһынан Рәшит Хәкимом (1937 й.т.) – атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ғәрифә Малабаева – ғилми хеҙмәткәр, Өфө ҡалаһында йәшәй. 1952 йылда яңы уҡытыусылар – Хәлиҙә Ҡоҙаярова менән Зекриә Ҡүсәмешов эшләйбашлайҙар. Улар 1963 йылға ҡәҙәр ауылда тынғыһыҙ уҡытыусы эшен башҡарала. Шулай уҡ улар менән бер рәттән 1954-1958 йылдарҙа Фәниә Ғөбәйева, 1954-1960 йылдарҙа Хәмдиә Хәкимовалар эшләй. Әйтелгән уҡытыусыларҙан башланғыс белем алған уҡыусылар араһынан әлегә көндә билдәлеләре бар. Мәҫәлән: Ғәли Мәжитов (1952 й.т.) – атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Фәүзиә Ишморатова (1949 й.т.) - Өфөлә иҡтисад лицейы директоры,  Фәниә Ишморатова (1952 й.т.) – Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бүлек мөдире, Фәйзулла Ҡолһарин (1951 й.т.) – “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән ауылдаштарыбыҙ.   1927 йылда эшләй башлаған Яңы Усман мәктәбенә быйыл , 2013 йылда 86 йыл. Ошо ғүмерендә бик күп төрлө яҡлап күренекле кешеләоҙе тормош юлына әҙерләп сығарған мәктәбебеҙ әле үҫә, нығына, илебеҙгә кәрәкле кешеләр әҙерләп сығарыу өҫтөндә тырышып хеҙмәт итәләр.



йыл

мәғлүмәт

1930 йыл

Башланғыс мәктәп

1982 йыл

Алты йыллыҡ мәктәп

1984 йыл

Яңы Усман һигеҙ йыллыҡ дөйөм

урта белем биреү мәктәбе

1989 йыл

Яңы Усман тулы булмаған төп дөйөм

белем биреү мәктәбе

1992 йыл

Яңы Усман төп дөйөм

белем биреү мәктәбе

2010 йыл

Муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбенең Яңы Усман филиалы

 

Мәктәптең беренсе укыусылары.


1

Ишморатова Хәжирә Мырҙағәле ҡыҙы

2

Ишморатова Хәбирә Мырҙагилде ҡыҙы

3

Ишморатова Нәҙерә Мырҙағәле ҡыҙы

4

Ҡолһарина Зөлхәбирә Әбдрәхмән ҡыҙы

5

Хәкимова Яҡшыбикә Оморҙаҡ ҡыҙы

6

Мәзитова Камилла Әхмәтсафа ҡыҙы

7

Аманъюлова Әминә Оморҙаҡ ҡыҙы