Последний звонок - 2017 год

Һуңғы ҡыңғырау байрамы.

Класс етәксеһе: Мәзитова Зиля Айнулловна.

1.Ҡыҫҡамы ул, йәки оҙон микән

Ике ҡыңғырауҙың араһы,

Беренсеһе булһа тик шатлыҡлы

Моңһоу көйлө уның һуңғыһы.

  1. һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең

Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле.

Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,

Мәктәп йылдарының бар йәме!

Хәйерле иртә, мөхтәрәм ҡунаҡтар, хөрмәтле уҡытыусылар!

Хәйерле иртә, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, тәрбиәселәр!

Хәйерле иртә, сығарылыш уҡыусылары!

һеҙҙе, бөгөнгө байрамыбыҙҙың иң ҙур ҡунаҡтарын, түргә сыҡырабыҙ.

--Майҙанға 9 клас с сыға .

Бөгөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең Яңы Усман филиалында 9 класты 8 уҡыусы тамамлаясаҡ. Был уҡыусылар олимпиада, спорт һәм мәҙәни ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, тыуған мәктәптәренең данын күтәреүгә тос өлөш индерҙеләр. 

Мәктәп күләмендә үткән һәр бер сараларҙа был класс иң әүҙеме булды.

Үтеп киткән Рәсәй киноһы йылында Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”повесы буйынса ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөп район күләмендә призлы урынға лайыҡ булдылар.Күптән түгел район күләмендә уҙғарылған “Тыуған яғым -алтын бишек”исемле мәҙәни сарала үҙҙәренең йырға, бейеүгә ҡарата маһирлыҡтарын күрһәтеп һоҡландырҙылар. 
-Уландарым, тыңлап тороғоҙ: Тәүфиҡ менән донъя ҡороғоҙ:

Ҡыҙҙарым һеҙ, иҫтә тотоғоҙ: Иман һәм рух – донъя ҡотоғоҙ!

1. Үҙенең теләктәрен сығарылыш класс уҡыусыларына Ишморатов Илдар Шәкир улы еткерә.

2. Рәхим итегеҙ ( һөйләй).

3. Бөгөн беҙҙең сығарылыш уҡыусыларына үҙ теләктәрен еткерергә мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. Һүҙҙе уларға бирәйек.

Ҡотлау өсөн һүҙ Бөрйән районы муниципаль районының хакимиәт енән килгән ҡунаҡҡа бирелә! Рәхим итегеҙ.

-Шулай итеп бынан

Нәҡ туғыҙ йыл элек

Башлап ебәрҙек уҡыуҙы,

Беренсе класҡа килеп.

Осоп үттеләр йылдар

Ҡанатлы ҡоштар кеүек.

Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ таһа:

Туғыҙ йыл үткән елеп.

-Ҡыңғырау сыңлай бөгөн

Туғыҙ йыл элекке кеүек.

Ғәҙәттәге сың түгел,

Илаһи бер моң кеүек.

-Сыңлай ҡыңғырау моңо,

Әммә түгел һуңғыһы.

Беҙҙең өсөн яңғырай

Дәртлерәге, моңлоһо.

Йыр: Мәктәбем

Бөгөн беҙҙе ҡотларға бәләкәй дуҫтарыбыҙҙа килгән ,һүҙҙе уларға бирәйек Һүҙ һеҙгә, бәләкәй дуҫтар! (1 селәр һөйләй) Белем асҡысы биреү.

- Ваҡ һүҙҙәрҙе тауҙар үҙһенмәйҙәр,

Ваҡ һүҙҙәрҙе улар ҡабартмай,

Киң күкрәктән сыҡҡан көр тауышты,

Тос һөрәнде генә ҡабатлай.

- Тәүәкәлләп, ярай, һүҙ башлайбыҙ,

Күңелдәрҙә бары бер теләк:

Һүҙебеҙҙе беҙҙен икеләнмәй,

Ҡабул итһә икән һәр йөрәк.

-Һәр баланың йөрәгенә

Урау-урау юлдар илтә.

Шул юлдарҙы таба белгән

Һинең аҡыл-ҡөҙрәтеңә

Кем һоҡланмаҫ, уҡытыусы

Кем баш эймәҫ, уҡытыусы!

1. Һүҙ тәүге уҡытыусыларға. (тәүге уҡытыусылар һөйләй)бүләк биреү

- Тәү ҡыңғырау сыңдарындай,

Һуңғы вальс моңдарындай,

Хәтерҙәрҙән һаман сыҡмай,

Зиһендәрҙе һаман ҙурлай.

Аңға һеңгән аҡыл - хисең:

Уҡытыусы – бөйөк исем!

1.Тормоштоң бар ауырлыҡтарына бирешмәйсә, һәр саҡ тура юлдан йөрөргә өйрәткән, яҡшылыҡҡа әйҙәгән класс етәксеһенәһүҙ!

2 .Зилә Айнулла ҡыҙы рәхим итегеҙ!

-Оҙаҡламай ошо ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙаллы, һикәлтәле оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. Әле алда уларҙы ҡыҙыу мәл - дәүләт имтихандары көтә. Был уҡыусыларға һынауҙарҙы яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырып, күңелдәре һайлаған уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләйһе генә ҡала. Аҡ юл һеҙгә! 

Йыр: Рәхмәт һиңә уҡытыусым!(сәскә биреү)

-Эй, мәктәбем, Һин бар, һин йәшәйһең,

Тормошобоҙ һинән башлана,

Бабайҙарҙан килгән изге һүҙҙәр

Туған телдә һөйөп ятлана.

- һаубуллашай(ы)ҡ

Айырылып киткән сағында

Был изге йорт, туған нигеҙ кеүек

Осраштырыр беҙҙе тағын да.

- Мәктәбемә илтер юлдар буйлап,

Бала булып килә уҙаһым.

Йылдар үткәс килә “Иҫәнме!”- тип,

Баласаҡҡа ҡулым һуҙаһым.

-Тыуға н мәктәбемдең ишек алды

Төрлө ауаздарға күмелде.

Вальс яңғырай, һуңғы мәктәп вальсы

Иләҫләтеп бары күңелде.

Ғүмеремдең туғыҙ йылы

Төш кенә һымаҡ булды.

Мәктәбемдә үткән көндәр

Бәхетле миҙгел булды.

-Улай тиһең әле һин:

Төрлө мәлдәр булғандыр.

Пыр туҙышып, зыҡ ҡубып

Шаярышҡан булғандыр.

Үпкәләшеп тә киткәнбеҙҙер,

Үҙ-ара бәхәсләшеп.

Иртәгәһен һин дә мин –

Йөрөйбөҙ етәкләшеп.

-Уҡыуҙары еңел түгел,

Төрлө фән өйрәтәләр.

Уҡымайса килеп ҡара:

Икеле” сәпәтәләр.

Тырышлыҡ кәрәк шуға,

Ялҡаулыҡ бәлә генә.

Уңған кешегә уҡыу

Үҙе бер ләззәт кенә.

-Төшөндөк күп нәмәгә

Туғыҙ йыл дауамында.

Ултырған һымаҡ аҡыл да

Булһа ла бер аҙ ғына.

-Йылдар аша бағам мин

Әйләнеп үткәндәргә.

Ярай әле мәктәбем бар

Кинәнеп хәтерләргә.

--Рәхмәт тимен һиңә,

Туған мәктәбем минең.

Ул һәм ҡыҙҙарыңды

Ҡәҙерләп үҫтергән өсөн.

Йыр :Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

-Еҙ ҡыңғырау, серле ауаз,

Ишетелә йыраҡтан.

Уның һуңғы, хисле моңо

Мәңге ҡалыр йөрәктә!

-һуңғы ҡыңғырауҙы сығарылыш уҡыусыларына ишеттерер өсөн сәхнәгә уҡыу алдынғыһы һәм 1 клас уҡыусыһы саҡырыла! Һуңғы ҡыңғырау, попурри.

-Тәбиғәттең бөйөк ижадсыһы- Кеше һөйгән бөйөк матурлыҡ:

Йорттар, ГЭСтар, ғәләмдәге юлдар, Һәйкәл булып баҫҡан батырлыҡ.

Ҡәҙерле , сығарылыш уҡыусылары! Һеҙҙе хушлашыу вальсына саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ! (вальс)

-Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙа ла Күңелдәрҙә хистәр уята, Ымһындырып зәңгәр офоҡтарға Һеҙҙең алда, ана, юл ята.

Хәйерле юл теләп, хушлашабыҙ. Юлдаш булһын, изге теләктәр Тормошоғоҙ булһын аҡ бәхетле, Ярһып типһен һәр саҡ йөрәктәр!

 

Ҡәҙерле 9 - сылар, һеҙҙе мәктәп менән хушлашырға саҡырабыҙ. Аҡ юл һеҙгә!